Бит тиреһен һаҡлау, йәшәртеү, сафландырыу, дымландырыу өсөн аҙнаһына ике-өс тапҡыр битлек яғып тәрбиәләргә кәрәк, ти косметологтар. Бит тиреһенең тибына ҡарап, һәр кем үҙенә тап килгәнен, килешкәнен һайлай ала. Түбәндә - бер нисә рецепт. Һоло яҫмығынан битлек. Өс-дүрт ҡалаҡ яҫмыҡты эҫерәк һөт йәки һөт өҫтө менән болғатырға. Массаны йылы килеш бит, муйын тиреһенә яғырға. 15-20 минут тотҡас, йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Бындай япма ҡоро, ярылған тирене дымландыра, йомшарта. Кефир битлеге. 100-200 миллилитр майлылығы юғары кефир йә ҡаймаҡ кәрәк. 15-20 минут арауығында тирегә уны ҡат-ҡат һөртөргә. Шунан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Был - ҡоро тире өсөн бик яҡшы битлек. Эремсектән битлек. Икешәр ҡалаҡ творог, кишер һуты, зәйтүн майы, һөт алына. Уларҙың барыһын бергә ҡушып яҡшылап болғатҡас, таҙа бит тиреһенә ҡалын итеп яғабыҙ. 15 минуттан йылы һыу менән йыуабыҙ. Бындай битлек менән тире бик яҡшы туҡлана. Бал менән битлек. Ике ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ һоло яҫмығы, ике балғалаҡ һөт һалып б