Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан абруйы өсөн яуап бирәбеҙ”

Уның менән тынғыһыҙ сараларҙың береһендә танышҡайныҡ: береһенән-береһе һомғол, сибәр ҡыҙҙар араһынан талапсан тыуыш ишетелә; сараның үҙенсәлектәре билдәләнә, подиумға сығыр алдынан һуңғы күрһәтмәләр яңғырай... Луиза Марсель ҡыҙы Закирйәнова Мәсетле районының Теләш ауылынан. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Студент йылдарында уҡ әүҙемлеге, маҡсатлылығы менән айырылып торған ҡыҙ көсөн матурлыҡ индустрияһында һынап ҡарарға йөрьәт иткән.. һәм башкөллө ошо донъяға сумған. Уны бөгөн LUNA MODELS агентлығы етәксеһе тип беләләр. Луиза Марсель ҡыҙына матурлыҡ донъяһы, уның сағыу һәм ҡатмарлыҡ яҡтары, еңеүҙәре һәм маҡсаттары хаҡында һорауҙар бирҙек. – Луиза, баш ҡалаға филология факультетына уҡырға килеп, нисек икенсе йүнәлешкә эләгеп киттең? – Һәр ҡыҙҙың күңелендә юҡ-юҡта модель булыу, матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыу теләге тыуып ҡуялыр ул. Мин дә, шулай, студент йылдарында был ағымға эләгеп киттем. Модель булып эшләнем , төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, көсөмдө һынаным. Тәжрибә туплап, тармаҡты нығыраҡ белгән һайын, үҙ-үҙемә ҡарата ышаныс артты. Башҡортостан исеменән «Азия-Себер һылыуҡайы – 2011» милләт-ара конкурсында ҡатнашып 2-се вице-мисс исемен яуланым, Румынияла үткән «Мисс Европа Туризм – 2013» халыҡ-ара конкурсында ла сығыш яһаным һәм ун иң яҡшы ҡатнашыусылар исемлегенә индем. Был тармаҡта күберәк тәжрибә туплаған һайын, ошо йүнәлештә тағы нимә эшләй алыр инем, тигән уйҙар тыуа башланы. – Һәм һиндә, эргәңә модель булырҙай ҡыҙҙарҙы туплап, үҙ аллы ойошма булдырыу теләге уянды? – Идея студент йылдарында уҡ, күп кенә халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарын күргәндә үк тыуғандыр тим. Әммә тәжрибә, ҡыйыулыҡ етенкерәмәгәндер. Ҙур сараларҙа Татарстан, Себер кеүек Рәсәйҙең төрлө төбәк вәкилдәрен күреп, күләмле конкурстарҙа Башҡортостандан да ҡатнашыусылар булырға тейеш, сөнки лайыҡлы ҡыҙҙар бихисап, тип уйлай торғайным. 2012 йылда, “Азия һылыуҡайы” конкурсында ҡатнашҡандан һуң, мин модель агентлығы асырға йөрьәт иттем. Атай-әсәйем фатиха бирҙе, белем алып йөрөгән факультетым деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова ла хупланы. Агентлыҡтың тәүге моделдәре – факультетыбыҙҙың студенттары булды. Шул уҡ йылда агентлыҡ моделдәре «Азия – Себер һылыуҡайы» һәм «Рәсәйҙең студент һылыуҡайы» конкурстарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. 2014 йылдан Башҡортостан һылыуҡайҙары Японияла, Көньяҡ Кореяла, Румынияла, Мальтала, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Һиндостанда үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнаша башланы. – Әммә сит тарафтарҙа уңышлы сығыш яһар өсөн, иң тәүҙә төбәктә лә лайыҡлы сығыш яһарлыҡ, тәжрибә тупларлыҡ, иң-иңдәрҙе һайлап алырлыҡ бәйге булырға тейештер... – Ысынлап та, модель агентлығы эшмәкәрлеге киңәйгән һайын, Башҡортостанда федераль һәм халыҡ-ара конкурстарҙың төбәк этабы була алырлыҡ матурлыҡ конкурсы юҡлығы аныҡ һиҙелде. Был проблеманы хәл иттек һәм «Мисс Башкортостан» һәм «Мисс студенчество Башкортостана» конкурстарын ойошторҙоҡ. Тәүге ике йылда ғына беҙгә 500-гә яҡын дәғүәсе килде, уларҙың иллеһе бәйгелә ҡатнашты. Был конкурстар Miss Globe International һәм “Мисс Студентство России” кеүек ҙур, абруйлы конкурстарҙың төбәк этаптары ине. – Һандарға һәм факттарға килгәндә? – Бөгөн агентлыҡ составында 100-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә, шуларҙың 30-ы төп составҡа ингән. 12 йыл эсендә 260-тан ашыу төрлө кимәлдәге конкурста ҡатнаштыҡ. Агентлыҡта титулы булған моделдәр күп. 2023 йылдың июненән ребрендинг уҙғарҙыҡ һәм агентлыҡтың исемен алмаштырҙыҡ. Элекее атамаһы – MISSBASHMODELS булһа, хәҙер беҙҙе LUNA MODELS агентлығы тип беләләр. Бөтәһен дә һанап бөтөү мөмикн түгел, әммә ҡайһы бер миҫалдарҙы барлап үтәйек. Бееҙең моделдәр Гөлназ Шәмсетдинова – “Азия-Себер һылыуҡайы-2015”; Илүзә Иҫәндәүләтова Һиндостанда – “Азия һылыуҡайы-2023”; Альбина Шәйхелисламова Төркиәлә – “Евразия королеваһы-2022”; Татьяна Политова – «Рәсәй һылыуҡайы-2023»; Галина Лукина – “Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һылыуҡайы”, Эльмира Шәйехова Көньяҡ Кореяла – “Miss Asia Awards - 2023” бәйгеләрендә еңеү яуланы. «Мисс Башҡортостан» агентлығы моделе Альбина Моратова иһә Ҡытайҙа үткән «Miss New Silk Road 2016» XXIII халыҡ-ара моделдәр конкурсында өсөнсө урын алды. Ошо көндәрҙә иһә беҙҙең агентлыҡ моделе, 23 йәшлек Радмила Әсфәндиәрова «Мисс Рәсәй — 2024 " абруйлы милли конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаһа, «Миссис Краса Башкортостана-2023» титулын яулаған Луиза Эшрокова Рәсәй данын “QUEEN OF ASIA-2024” халыҡ-ара бәйгеһендә яҡлай. – Ғөмүмән, модель булырға хыялланыусылар күпме? – Беҙҙең агентлыҡ курстарына ихтыяж ҙур, йылына 100-ҙән ашыу ҡыҙ уҡый, мөмкинлектәрен камиллаштыра. Балалар өсөн курстар ҙа бар: агентлыҡта 5 йәштән өлкән һәр кем шөғөлләнә ала, кесе йәштәгеләр, төп һәм 30 йәштән өлкәнерәктәр өсөн төркөмдәр бар. Шулай итеп, беҙҙә төрлө йәштәге һәм төрлө милләт ҡыҙҙары шөғөлләнә. – Ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләйһегеҙ? – Агентлыҡ күп профилле. Беҙ моделлингтың бөтә йүнәлештәре буйынса үҫешергә тырышабыҙ, заман заңына ярашлы камиллашабыҙ. Беренсенән, матурлыҡ конкурстары ойошторабыҙ. Миҫал өсөн, фәҡәт беҙҙең агентлыҡтың өс конкурсы бар: “Мисс Республика”, “Краса Башҡортостана” һәм “Жемчужина Башҡортостана”. Еңеүселәрҙе иһә Башҡортостан данын яҡлау өсөн Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарға әҙерләйәбеҙ. Унан беҙҙең моделдәр төрлө кимәлдәге конгресс- проекттарҙа ҡатнаша. Һүҙ наградлау тантаналары, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу һәм башҡа саралар хаҡында. Был эште лайыҡлы башҡарыу өсөн моделдәрҙе өйрәтәбеҙ, милли кейемдәр тегәбеҙ. Халыҡ-ара моделлинг өлкәһендә лә тәжрибә туплайбыҙ. Моделдәребеҙҙе юғары мода донъяһында эшләү өсөн Ҡытайға, Миланға, Көньяҡ Кореяға һәм Мәскәүгә йүнәлтәбеҙ. Киләсәктә был йүнәлеште етдирәк үҫтерергә ниәтләйбеҙ, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытабыҙ. Әлбиттә, показдарҙа ҡатнашабыҙ, фотосесиияларҙа төшәбеҙ, Рәсәй, сит ил журналдарында баҫтырып сығарыуҙы хәстәрләйбеҙ. – Модель булыу, тәүге сиратта, ҡыҙҙар өсөн ниндәй ыңғай үҙгәрештәр вәғәҙә итә? – Беҙҙең курстарҙа уҡыу ҡыҙҙарға эске потенциалын асырға, үҙҙәрен төрлө ролдәрҙә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә, шулай уҡ үҙ- үҙеңә ҡарата ышаныс арта, характер нығый. Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар яңы илдәрҙе күрә, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныша һәм үҙҙәре хаҡында ла бәйән итә. Беренсенән, агентлыҡта эшләп, ҡыҙҙар яратҡан эше менән шөғөлләнә, аҡса ла эшләй ала. Шул уҡ ваҡытта моделлинг буйынса уҡыуҙы икенсе төп эш менән бергә алып барырға ла мөмкин. – Ә бәләкәстәргә нимә тәҡдим итәһегеҙ? – Балалар төркөмөнә Нурсилә Исхаҡова етәкселек итә, был йүнәлеште бик әүҙем үҫтерә. Тәрбиәләнеүселәребеҙ шулай уҡ төрлө конкурстарҙа һәм проекттарҙа ҡатнаша, маркетплейстар өсөн фотоға төшә, журналдарҙа баҫыла. Әлбиттә, беҙҙә шөғөлләнгән балалар тормош юлында үҙ йүнәлешен һайлаясаҡ, әммә моделдәр агентлығында шөғөлләнеү һәр йәһәттән файҙаға ғына, балаларҙа үҙ-үҙенә ҡарата ышаныс арта, аралашырға өйрәнә, үҙен күрһәтергә өйрәнә. – Луиза, халҡыбыҙҙың рухлы һәм маҡсатлы вәкиле булараҡ, эшмәкәрлегеңдең төп маҡсатын билдәләп үтһәң ине. – Агентлыҡ миссияһының төп йүнәлештәренең береһе – башҡорт мәҙәниәтен донъя һәм Рәсәй кимәленә таратыу, донъяның төрлө тарафтарындағы модель агентлыҡтарында эшләү өсөн матурлығын күрһәтә белгән талантлы ҡыҙҙар әҙерләү. Әгәр бынан ун йыл самаһы элек сит ил конкурстарында күптәр беҙҙең ҡайҙан килгәнде аңламаһа, Башҡортостанды белмәһә, бөгөн иһә ниндәй ҙә һорау тыумай. Конкурстарҙа ҡатнашҡанда, ниндәй генә кимәлдә булмаһын, милли бейеүҙәребеҙ менән сығыш яһайбыҙ, башҡорт кейемдәрен күрһәтәбеҙ, милли һый-ниғмәттәр килтерәбеҙ. Беҙҙең ҡыҙҙар һәр ваҡыт үҙҙәрен яуаплы һәм тәрбиәле тота. Дөйөм алғанда Башҡортостандың ыңғай имиджы өҫтөндә эшләйбеҙ. Ғөмүмән, моделинг менән шөғөлләнеүҙең файҙалы, абруйлы эш икәнлеген күрһәтер өсөн, эшебеҙҙе һәр саҡ юғары кимәлдә башҡарырға тырышабыҙ, үҙебеҙҙе һәр йәһәттән лайыҡлы тотабыҙ. – Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Фотолар геройҙың шәхси архивынан.