Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡсаны кире ҡайтарып була

Йыш ҡына күптәргә дауаханала түләүле әмәлиәт (операция) эшләтергә тура килә. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин: Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ ошо хоҡуҡҡа эйәһегеҙ: * физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ; *медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булһа; * медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ; Шулай итеп, был мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, үҙ хоҡуҡтарығыҙ тураһында белегеҙ. Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙың килеменә социаль һалым ҡайтармалары күләме артҡан һәм улар түбәндәгесә: һәр баланың белем алыуына түләнгән сумманың 50-нән – 100 мең һумға тиклем; үҙеңдең белем алыуың, медицина хеҙмәттәре, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре, үҙ иркең менән ғүмерҙе страховкалау (әгәр килешеү биш йылдан кәм булмаған ваҡытҡа ҡул ҡуйылһа) һәм башҡалар – 120-нән 150 мең һумға тиклем. Үрҙә әйтеп үтелгән һалым ҡайтармаларын быйылдан ала башларға була. Бының өсөн 2025 йылда йәшәү (теркәлеү) урыны буйынса 2024 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһында һалым декларацияһын тапшырырға кәрәк. Автор фотоһы.