Өфөлә ике аҙна эсендә Дим шоссеһында юл эштәре тамамланған. Улар «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты (национальный проект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә башҡарылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике километрлыҡ юл участкаһында, шулай уҡ 260 метрлыҡ күперҙә подрядсы туҙған япманы фрезерлаған, асфальт-бетон ҡатламын яңыртҡан, термопластиктан билдәләр ҡуйған. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова билдәләүенсә, Дим шоссеһы – Дим районы менән Өфө үҙәге араһында өҙлөкһөҙ транспорт бәйләнешен тәьмин итеүсе төп магистраль. Көн һайын уның аша меңәрләгән транспорт йөрөй. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында дөйөм оҙонлоғо 31 километрҙан артығыраҡ 14 юл селтәре участкаһын тейешле хәлгә килтереү күҙаллана. Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.