Өфөләге 5-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары ғүмер оҙайлылығына түбәндәгеләр сәбәпсе тип белдергән: тәмәке тартмау; йәшелсә-емеште даими ашау; тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланыу: тәүлегенә биш грамдан, шул иҫәптән әҙерләнгән аҙыҡ-түлектә лә артмаһын; алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмау; физик йәһәттән әүҙем булыу. Мәскәүҙең 71-се дауаханаһының баш табибы, билдәле алып барыусы Александр Мясников "Рәсәй 1" телканалында ғүмер оҙайлылығына туранан-тура йоғонто яһаған төп ете аҙыҡты атаған. Был исемлеккә йәшелсәләр, емеш-еләк, диңгеҙ ризыҡтары, балыҡ, сәтләүектәр, башлыса миндаль, ҡара шоколад һәм һарымһаҡ ингән. Табип фекеренсә, тап ошо аҙыҡтар һәр кешенең туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейеш. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.