Бөгөн республиканың һәр ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ярҙам итеү маҡсатында бихисап эштәр башҡарыла. Кемдер маскировка селтәрҙәре үрә, икенселәре йылы кейем-һалым туплай, ҡайһылары һалма ҡырҡа, борщ, рассольниктар әҙерләй. «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы халҡы мәктәп ашханаһында яугирҙәр өсөн борщ һәм рассольник әҙерләү буйынса эште ойошторған. Бөтә продукция Яңы Ергән мәктәбе участкаһында үҫтерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлектән эшләнгән. Ауыл халҡы, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре бергәләп был эште атҡарып сыҡтылар. Ауыл халҡына изге эштәре өсөн ҙур рәхмәт!" - тип яҙғандар Яңы Ергән ауылы төркөмөндә. Афарин, ауыл халҡы! Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".