Беҙгә Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡы мөрәжәғәт итте. Уларға битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы кәрәк. Эш шунда: был төпкөл ауылда юғары тиҙлекле интернет юҡ, мобиль элемтә лә йүнләп эшләмәй. Шул сәбәпле элемтәһеҙ ауыл халҡы ныҡ ыҙалай. Бына нимә тип яҙа улар: "Килдеғол - Бөрйән районының иң матур ауылдарының береһе. Уны мәғрур ҡая-ташлы тауҙар уратҡан. Үҙәненән көмөш һыулы, саф Һарағы йылғаһы аға. Ауылда 124 хужалыҡ бар. 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп, медпункт, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы - барыһы ла бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, гөрләп эшләп торған "Урал" колхозы ғына бөттө. Ләкин тынғыһыҙ халыҡ бер ҙә тик ятмай. Шәхси эшҡыуарлыҡтар барлыҡҡа килде. Улар ағас эшкәртеү цехтары асып, ир-егеттәргә эш урындары булдырҙы. Күптәре мал үрсетеп, уның файҙаһын күрәләр. Ит, һөт ризыҡтары һатып та тырышып донъя көтәләр. Ауылда тик тырыштар ғына йәшәй алалыр. Ауыл гөрләп торһа ла, бер етешһеҙлек ныҡ борсой ауыл халҡын. Ул да булһа, сымһыҙ телефон элемтәһенең булмауы. Балалар ҡырҙ