Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙә кеше ауыр хәлдә ҡалғанда, бәләгә тарығанда ҡайҙа барыу, кемгә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тураһында аңлатҡан. “ Ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостанда Стратегик башланғыстар агентлығының яңы проекты –“Ярҙам платформаһы” һанлы навигаторы ярҙамға киләсәк. Бөгөн агентлыҡ етәксеһе Светлана Чупшева менән платформаны республикаға индереү буйынса фекер алыштыҡ. Һигеҙ йүнәлеш буйынса эш барасаҡ: – буллинг –онкология –яҡын кешеңде юғалтыу –пенсияға сығыу –өйҙә көс ҡулланыу –тыныс тормошҡа ҡайтыу –сабый тыуыуын планлаштырыу һәм бала тыуыуы –үҙенсәлекле бала тыуыуы. Платформа ярҙамында һәр кем ниндәй хәл булыуына ҡарап, тулы эш алгоритмын аласаҡ. Бер нисә минут эсендә бөтә тейешле хеҙмәттәргә заказ бирергә мөмкин. Платформа бөтә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәрҙе берләштерә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа инә. Был үҙенсәлекле һанлы сервис, Рәсәйҙә тәү тапҡыр эш башлай. Башҡортостан
