Бынан бер йыл элек Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән “Дед” позывнойлы ир армия тәжрибәһенә эйә, физик әҙерлекле булыуы өҫтөнә көслө илһөйәрлек, ватансылыҡ рухы менән яна. Үҙе кеүек утты-һыуҙы кискән ныҡ ир-егеттәр алдынғы һыҙыҡта кәрәк, тип иҫәпләй. Ул күңел ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция зонаһына инә. Йәштәр әлегә “шыйығыраҡ”, спорт менән аҙ шөғөлләнә, физик әҙерлектәре ҡәнәғәтләнерлек түгел, уларҙы күберәк гаджеттар ғына ҡыҙыҡһындыра, тип уйлай. Ошо ваҡыт эсендә ул йәш быуынды баһалауҙа бер ни тиклем яңылышҡанын аңлай. Десант полкында Федоровка районы уҙаманын йәш яугирҙәр ҡаршылай. Алғы һыҙыҡтан позитив, рухлы егеттәрҙең әйләнеп ҡайтып, бер нисә көн ял итеп, мунса инеп сыҡҡандан һуң йәнә хәрби бурысты үтәргә ашҡыныуын күрә. Ысын илһөйәрҙәр итеп танытҡан егеттәрҙең өлкән быуын өсөн лайыҡлы алмаш булып үҫеүенә һөйөнә яугир. “Дед” армияла санинструкторҙар әҙерләй, уларҙы ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу күнекмәләренә өйрәтә. Махсус хәрби операция зонаһында уға медицина белемене