7 октябрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Рәсәй формалашыусы күп полярлы донъяла: киләсәкте күҙаллау” тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Ойоштороусылары: Башҡортостан Хөкүмәте, Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты, ОДКБ секретариаты ярҙамында Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты. – Хәҙерге заман Рәсәйе Владимир Владимирович Путин етәкселегендә элекке абруйын һәм ҡаҙаныштарын кире ҡайтарҙы. Яңы союздаштар һәм партнерҙар таба. Хәрби һәм иҡтисади ҡеүәтте арттыра. Рәсәй яңынан бөйөк державаға әүерелә, ғәҙеллекте һәм күп полярлы донъяны яҡлай, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. –Башҡортостан Рәсәйҙең тулайым эске продуктының яртыһынан күбеһен етештергән төп төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә инә. Үҫешкән сәнәғәт, бай тәбиғәт ресурстары, етди финанс һалыуҙары иҡтисадты нығытыуға, социаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға булыша. Башҡортостан –илдә инвестиция әүҙемлеге, сәнәғәт сәйәсәте тәьҫирлеге буйын