Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Етәкселәр ҙә уҡый, идара итергә өйрәнә

Башҡортостандың идара итеү командаһы экспорт компетенцияларын үҫтереү буйынса РЭЦ экспорты мәктәбенең төбәктә экспортты үҫтереү буйынса махсус белем программаһының икенсе модуленә ярашлы уҡыуҙы тамамланы. Уҡыуҙа тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева, министрҙың беренсе урынбаҫары Лена Изотова, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илшат Әхмәтов, Башҡортостан Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе Татьяна Изотова ҡатнашты. Уҡыу барышында республиканың идара итеү командаһы 2025 - 2030 йылдарға экспортты үҫтереү буйынса төбәк программаһын һәм төбәк тармаҡ проекттарын уңышлы презентацияланы. –Заман һынауҙарына яуап итеп, беҙ алдыбыҙға ҙур маҡсаттар һәм бурыстар ҡуябыҙ, республиканың экспорт потенциалын киңәйтеү, экспортерҙар һанын арттырыу уйы менән йәшәйбеҙ. Уҡыу барышында беҙҙең идара итеү командаһы тәҡдим иткән проекттар үҫеш нөктәләрен асыҡлау, уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам итәсәк, – тине Маргарита Болычева. Уҡыу программаһында ҡатнашҡан һәр төбәктең идара итеү командаһы составына төбәк башлығы, профилле министрҙар, эшҡыуарлыҡты яҡлау инфраструктураһы ойошмалары етәкселәре урынбаҫарҙары кимәлендәге вазифалы кешеләр инә. Идара итеү командаһын Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләй. Уҡыу программаһын тамамлағандан һуң идара итеү компанияларына аттестация комиссияһы алдында экспортты үҫтереү буйынса төбәк программаһын яҡларға тура киләсәк. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25137/