Найти тему
Башҡортостан гәзите

Район халҡы оло юғалтыу кисерҙе

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә райондың хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәс Ғәбделхаҡ улы Ғәбделхаҡовтың вафаты тураһында яҙа һәм ветерандың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. - Ошо көндәрҙә Балтас районы оло юғалтыу кисерҙе – Штәнде ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәс Ғәбделхаҡ улы Ғәбделхаҡовты һуңғы юлға оҙаттыҡ. 18 йәшлек егет 1942 йылдың авгусында Хәрби Армия сафына саҡырыла. Элемтәсе булып хеҙмәт итә, артабан разведчик булып Сталинград, Орел-Курск һуғыштарында ҡатнаша, Харьковты, Кировоградты азат итә. Демобилизациянан һуң тыуған колхозын тергеҙә, күп йылдар Штәнде мәктәбендә эшләй. Дан ордены, Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, Г.К. Жуков миҙалы менән наградлана. Быйыл майҙа Әүхәс Ғәбделхаҡ улы 100 йәшен билдәләне. Миңә ветеранға генерал Шайморатов орденын тапшырыу бәхете тейгәйне. Әүхәс Ғәбделхаҡ улы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә Тыуған иленең ысын патриоты өлгөһө булды һәм булып ҡала, - тип яҙа Илгиз Субушев. Ветерандың балаларының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фотолар Илгиз Субушевтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды. Ветерандың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәлдәр.