Мәскәүҙә Рәсәй Президенты эргәһендәге республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостандың хәрби медицина хеҙмәткәрҙәренә, хәрби-дауалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырыу сараһы үтте. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, Мәскәүҙә Башҡортостан дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Фәйзуллин ҡатнашты. Сараға шулай уҡ почетлы ҡунаҡтар – Рәсәй Геройы Сергей Тулин, Башҡортостандың Тулы хоҡуҡулы вәкиллеге эргәһендәге дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм геройҙары советы вәкилдәре килде. Максим Забелин ҡотлау һүҙендә хәрби медицина хеҙмәткәрҙәренең яугирҙәрҙең һәм граждандарҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙағы ҙур өлөшөн билдәләне, уларҙың ҡыйыулығын, профессионализмын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Наградалар араһында – биш генерал Шайморатов миҙалы. Наградланыусылар иҫәбендә төрлө хәрби госпиталдәрҙә эшләгән табиптар – Артур