2024 йылдың ғинуар-август айҙарында диетология буйынса медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә Берҙәм лицензиялар реестрында теркәлгән 221 ойошмаға йәнә лүрт ойошма өҫтәлде. –Аҙ хәрәкәтләнеү, экология факторҙары, дөрөҫ туҡланмау, рационда тәбиғи аҙыҡтарҙың кәмеүе айырым кеше сәләмәтлегенә генә түгел, ә тотош кешелек генофондына йоғонто яһай. Хәҙерге ваҡытта төрлө йәштәге кешеләр араһында көндән-көн күберәк һимеҙ, хроник сирҙәргә дусар кешеләрҙең артыуы билдәле, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, диетолог Рушания Ялалова. Уның әйтеүенсә, диетология буйынса лицензия алыусы ойошмалар һаны артабан да артасаҡ, сөнки дауалау туҡланыуы һауыҡтырыу процесының һәм иҫкәртеү сараларының айырылғыһыҙ өлөшө. Рәсәйҙә утыҙ йәштән өлкән халыҡтың 55 проценты артыҡ тән ауырлығынан яфалана. Ә 26 процентына һимеҙлек хас. Физик әүҙемлекте арттырыу, һимеҙлекте иҫкәртеү һәм дауалау саралары, аҙыҡ сифатын контролләү төп йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта яңы лицензияны рәсмиләштереү