Найти в Дзене

Өфөлә «Рәсәй – спорт иле» форумында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тикшерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә яуаплы ведомстволарға Өфөлә «Рәсәй – спорт иле» халыҡ-ара спорт форумын үткәреүгә сифатлы әҙерләнергә ҡушты. Был осорҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөһим, уға ҙур иғтибар биреләсәк. Хоҡуҡ һаҡлау органдары террорсылыҡ акты тураһында ялған хәбәр өсөн (РФ енәйәт кодексының 207-се статьяһы) 200 000 һумдан штраф һәм 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралғанын иҫкә төшөрә. Әлеге ваҡытта полицияға телефондан ялған хәбәрҙе кем ебәргәнен асыҡлау ауыр түгел. Бынан тыш, пилотһыҙ һауа судноларын, квадрокоптерҙарҙы һәм башҡа дрондарҙы рөхсәтһеҙ ҡулланыу ярамай. Саралар уҙғарылған көндәрҙә ҡаланың ҡайһы бер урамдарында, шул иҫәптән юл хәрәкәтенә сикләүҙәр индереләсәк. Был хаҡта ентекләберәк һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. 17-19 октябрҙә Өфөлә XII «Рәсәй – спорт иле» халыҡ-ара форумы үтәсәк. Төп майҙансыҡтар - Көрәш һарайы, «Өфө-Арена», Фехтование үҙәге, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы, «Динамо» спорт комплексы, Октябрь проспектының хәрәкәт итеү өлөшө.