“Алға” айырым иҡтисад зонаһы тотороҡло үҫеш принциптарын индереү буйынса лидерҙарҙың тәүге тиҫтәһенә инде. Уның һөҙөмтәләре Айырым иҡтисад зонаһы халыҡ-ара форум сиктәрендә кластерҙар ассоциацияһы, технопарктар һәм Айырым иҡтисад зоналары тарафынан билдәләнде. Инфраструктура майҙандарында тотороҡло үҫеш принциптарын индереү рейтингында ул, былтырғы күрһәткесте өс аҙымға уҙып, етенсе урынға күтәрелде. “Алға” айырым иҡтисад зонаһы идарасы компанияһының функциялары Башҡортостан Үҫеш корпорацияһына һалынған. ЕSG принциптарын преференциаль зона эшмәкәрлегенә индереүҙә ҡулланылған инструменттар тураһында Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов һөйләне. –ESG-рейтинг һөҙөмтәләренә йоғонто яһаған төп фактор – айырым иҡтисад зонаһы идарасы компанияһының үҫеше һәм персональ прогресы. Идарасы компания бының өсөн ҙур көс һала. Беҙ резиденттар өсөн инфраструктура булдырабыҙ, тәбиғәтте һаҡлау закондары мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтәбеҙ, корпоратив етәкселектең тәьҫирлелеген камиллаштырабыҙ, – тип билдәләне Наил Ғәббәсов. Уның әйтеүенсә, тотороҡло үҫеш маҡсатына өлгәшеүгә йүнәлтелгән сараларҙы индереү инфраструктура майҙандарын етеҙерәк һәм ышаныслыраҡ үҫтереүгә ярҙам итә. ”Конкуренция һәм преференцияларҙың күплеге шарттарында ESG принциптарын күҙәтеү потенциаль резиденттарҙы йәлеп итеүҙең өҫтәмә факторы булып тора”, тип белдерҙе етәксе. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/25130/