“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы Иглин район дауаханаһына алынған маммограф тулы ҡеүәтенә эшләүен дауам итә. Өс меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ унда тикшереү үткән дә инде. Маммография – рентгенология тикшеренеүенең бер төрө, ул һөт биҙҙәре эргәһендәге төрлө шештәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Хәҙерге заман медицинаһында маммография һөт биҙҙәре онкологияһын иртә стадияла диагностикалауҙа иң тәьҫирле ысулдарҙың береһе булып тора. Өҫтөнлөгө – юғары мәғлүмәтлелек, ауырттырмау, тиҙлек. Рентген нурланышы зарарһыҙ. 40 йәштән өлкән бөтә ҡатын-ҡыҙ йыл һайын уны үтергә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡты