Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башланыуын яҡташтар күптән көтә ине. Был проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә төҙөүселәр материалдар килтергән, бинаның нигеҙен һалған. Һыу үткәргес, канализация системалары монтажланған, төҙөүселәр конструкцияны йыйыуға тотонған. Медицина учреждениеһының иҫке бинаһында пациенттарҙы 1976 йылда ҡабул итә башлағандар. Бында колхоз идараһы һәм почта урынлашҡан булған. ФАП мөдире Фәрзиә Ишманова һәм фельдшер Зәйтүнә Латипова бында ҡырҡ йылға яҡын эшләгән. –Беҙ ауылда яңы ФАП төҙөлөүенә бик шатбыҙ. Бына тигән уңайлы шарттарҙа эшләйәсәкбеҙ, йәш белгестәр килеүенә бик өмөтләнәбеҙ, – ти фельдшер Зәйтүнә Зыяфат ҡыҙы. – Йыл аҙағына тиклем районда ун модулле ФАП һәм бер табиплыҡ амбулаторияһы ишектәрен асасаҡ. 2030 йылға тиклем райондың бөтә тораҡтарында уңайлы шарттар тыуҙырылған, тейешенсә йыһазландырылған модулле ФАП-тар төҙөү планлаштырыла, – тине район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото:https://ashzori.ru/articles/zdravookhranenie/2024-09-20/stroitsya-novyy-fap-3938076?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=78389774