Быйылғы һауа торошо тотош ил буйынса катуфтың уңышына насар йоғонто яһаны. Фитофтороз ауырыуы ике көн эсендә тотош Рәсәй буйынса ысыҡ рәүешендә төшөп, помидорҙарҙы ла, картуфты ла бөтөрҙө. Эре бүлбеләрҙең сереүенә, уңыштың насарлығына зарлана республика халҡы. Был йәһәттән белгес кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. Илдар МӘРҘӘНШИН, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының картуф орлоғо селекцияһы лабораторияһы етәксеһе: - Әлбиттә, быйыл ямғырҙар арҡаһында уңыштың бер өлөшөн юғалттыҡ. Дым арҡаһында картуф бүлбеләре серене, ауырыуҙар үтеп инде. Фитофтороз – көслө ауырыу. Бер-ике көн эсендә тотош төбәктәр уңышһыҙ тороп ҡалды. Иң ҡурҡынысы – ҡаҙып алғандан һуң да картуф сереүен дауам итәсәк. Был хәлдән сығыу юлы бер – тулыһынса картуф орлоҡтарын алмаштырырға кәрәк буласаҡ. Орлоҡ һайлағанда үҙебеҙҙең ерлектә сығарылған сорттарға иғтибар итергә саҡырам. Әлбиттә, сит илдән килтерелгән орлоҡ һәйбәт: картуф эре, уңышлы, күп була. Әммә быйылғы һымаҡ хәл ки