Республика уҡытыусыларын байрам менән ҡотланылар Бөгөн Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы – Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы концерт уҙҙы. Педагогтарҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡотлап, был датаның Рәсәйҙә ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамына әүерелеүен билдәләне. «Был көндә Рәсәйҙең һәр кешеһе тиерлек үҙенең уҡытыусыларына тәрән рәхмәт тойғоһон белдерә. Һеҙ белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, уҡыусыларға үҙ һәләттәрен асырға ярҙам итәһегеҙ, балаларҙа үҙ Тыуған иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләйһегеҙ. Бөгөн илебеҙҙә педагогия белгеслектәренең абруйы нығына, күп милләтле халҡыбыҙҙың традицион ҡиммәттәренә таянып, йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәм уға белем биреүҙә уҡытыусының роле үҫә бара. Балаларыбыҙҙың ниндәй булып үҫеүҙәре һеҙҙең профессионализмға һәм тәжрибәгә бәйле. Уларҙың уңыштары – һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ һәм илдең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә индергән өлөшөгөҙ. Тап совет уҡ