5 октябрь – Уҡытыусылар көнө уңайынан “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” тигән конкурс иғлан иткәйнек. Өс аҙна дауамында республикабыҙҙың алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, хөрмәткә лайыҡ педагогтары өсөн гәзитебеҙҙең төркөмөндә тауыш биреү ойошторолдо. Иң күп тауыш йыйған 3 уҡытыусыға шәп бүләктәр ҙә әҙерләгән инек. Конкурс шарттарына ярашлы, бөгөн, 4 октябрҙә, 21.00 сәғәттә тауыш биреүҙе йомғаҡланыҡ. Шулай итеп 1-се урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы яуланы. Ул Өфөләге “Йәйғор” (“Радуга”) шифаханаһында (директоры – Харисов Фәрхәт Ғәббәс улы) 10 көнлөк ял менән бүләкләнә! 2-се урында – Әлшәй районы Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының физика уҡытыусыһы Нәбиуллин Тәбрис Хажи улы. Уға “Здоровья всем” медицина үҙәгенә (етәксеһе – Ниғманова Гөлнур Хәмзә ҡыҙы) сертификат тапшырабыҙ. 3-сө урын – Сибай ҡалаһындағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡы