Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ит етештереү йүнәлеше әүҙем үҫешә.Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, төбәктә ит етештереү 211 мең тоннаға тиклем артҡан. — Быйылғы йылдың ете айында ғына республикала 77,5 миллиард һумлыҡ малсылыҡ продукттары етештерелә. Ә инде элек малсылыҡтың ҙур өлөшө шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға төшһә, хәҙер нисбәт ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡтар файҙаһына үҙгәрҙе, - ти Илшат Фәзрахманов. Эре малсылыҡ хужалыҡтары менән бергә райондарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла берҙәй әүҙем эшләй һәм үҫеш юлында. Шундайҙарҙың береһе – Ҡыйғы районынан “Алағуҙ” ауыл хужалығы кооперативы. Марсель Таһиров һәм уның ғаиләһе һыйыр һәм аттар үҫтереү менән шөҡөлләнә. Уларҙың хужалығында 350 баш һыйыр малы һәм 250 баш йылҡы һанала. Марсель ауыл хужалығы тармағына атаһының эшен дауам итер өсөн килә. Мәктәпте тамамлап, буласаҡ һөнәрен һайлағанда, ауылға ҡайтып, малсылыҡ менән шөғөлләнергә