Кисә иртә менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған хәл интернетта киң таралды. Ҡаланың бер мәктәбендә уҡыусы ҡыҙ менән ашхана эшсеһе араһында низағ сыға. Хәбәр ителеүенсә, ҡыҙыҡай булочка һатып алған һәм карта менән түләгән. Ләкин терминал менән проблема арҡаһында түләү үтмәгән. Уҡыусы иһә "минең картанан аҡса алынды" тигән һәм кире ҡайтарыуҙы һораған. Ҡатын күсмәгән аҡсаны кире биреүҙән баш тартҡас, уҡыусы ҡыҙ уға тупаҫ яуап биргән һәм улар талашып киткән. Видеояҙмала күренеүенсә иһә, уларҙың был низағы ҡул күтәреүгә тиклем барып еткән. Күренеүенсә, улар бер-береһенә ҡысҡыра һәм ҡул һелтәй, бер мәлдә ҡатын баланы сәсенән тотоп һөйрәй. Тәүҙә социаль селтәрҙә ҡатынға низағтан һуң ҡыйын булған һәм ире уны инфаркт менән дауаханаға алып киткән тиелә. Әммә ышаныслы сығанаҡтар әйтеүенсә, уның һаулығына зыян килмәгән. 9-сы класс уҡыусыһын иһә әсәһе алып ҡайтып киткән. Әлегә раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, ҡыҙыҡай мәктәптә һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған. Һәм был уның уҡыу йортандағы тәүге генә низағы түгел. Кешеләр әйтеүенсә, ҡыҙыҡай йыш ҡына тирә-яҡтағыларға ҡарата агрессия күрһәткән. Буфет хеҙмәткәре уның тупаҫлығын күтәрә алмағындыр. Һәр саҡтағыса, интернетта таралған яңылыҡҡа кешеләр үҙ фекерен белдерә. Берәүҙәр баланы, икенселәр нервыһы түҙмәгән ҡатынды йәлләй. Әйткәндәй, мәктәп уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре, элек уҡығандар буфет хеҙмәткәрен яҡлай, ул изге күңелле ҡатын ти. Тик бәләкәй уҡыусының уға шул тиклем тупаҫ мөнәсәбәтен күтәрә алмаған тиҙәр. Икенселәр иһә, өлкән кеше бер ниндәй шартта ла балаға ҡул күтәрергә тейеш түгел тигән фекерҙә. Әлеге ваҡытта прокуратура хәлде тикшерә.