Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ирекмәндәр Ҡалмаш йылғаһы ярын таҙартҡан

Шишмә районының Шишмә ауылы ирекмәндәре Бөтә Рәсәй “Таҙа яр” экология акцияһына ҡушылды. Сара “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә үтте. Сүп-сар ҡапсыҡтары һәм бирсәткеләр менән ҡоралланған акцияла ҡатнашыусылар – Еңеү ирекмәндәре һәм йәш гвардеясылар, шулай уҡ “Ышаныс” йәштәр үҙәгенең әүҙемселәре һәм педагогтары Ҡалмаш йылғаһы буйына йүнәлде. Йола буйынса йылына ике тапҡыр – яҙын һәм көҙөн – улар ниндәй ҙә булһа йылға ярына бара һәм көнкүреш сүп-сарын йыйып ала. – Беҙҙең акцияның маҡсаты Шишмәне таҙараҡ итеү генә түгел, ә йәш быуында экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, ҡасаба кешеләренең иғтибарын экология мәсьәләләренә йәлеп итеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу, – тине “Ышаныс” үҙәге директоры Ирина Һажиева. Ирекмән Есения Морозова әйтеүенсә, ул үҙенең тыуған Шишмә ҡасабаһын ярата, уның менән ғорурлана һәм был акцияға урындағы йылға ярҙары таҙараҡ булһын өсөн ҡушылған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ирекмәндәр яр буйында, ағастар аҫтында, ҡамыштар араһында һәм күпер аҫтында аунап ятҡан сүпте бер нисә ҡапҡа йыйған Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Шишмә районы хакимиәте.