Мәшһүр йырсы Фән Вәлиәхмәтовты тыуған төйәге – Башҡортостандың Шаран районында ололап һуңғы юлға оҙатыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек. Уның менән оҙаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән йырсы һәм композитор Зифа Нагаева билдәле шәхестәрҙең, Башҡортостанда йәшәгән татар зыялыларының легендар йырсыны һуңғы юлға оҙатырға ккилмәүенә көйөнөсөн белдергән. - Халыҡ, шаранлылар, бик күп килгән ине. Татарстандан килеүселәр ҙә булды. Мин улар араһынан сәхнә йондоҙҙарын, яҙыусыларҙы эҙләнем. Улар бик йылы һүҙҙәр әйтеп, легенданы (күптәр “Фән абый – беҙҙең легенда” тип, социаль селтәрҙәргә яҙҙы бит) сәскәләргә күмер, тип өмөтләнгән инем. Тик өмөттәрем аҡланманы. Шарандан әрнеп ҡайтып киләм. Дуҫымды ерләгән өсөн түгел, үҙебеҙ, дөрөҫөрәге милләтебеҙ өсөн рәнйеп... Ҡайҙа һеҙ, йондоҙҙар? Ҡайҙа һеҙ, сәхнә тотҡан артистар? Нишләп Фәнде оҙатырға килгән кешеләр араһында билдәле шәхестәр булманы? Әллә мин ҡартаям, дөрөҫ уйламайыммы, замандан арта ҡаламмы икән?! Миндә артистарға, зыялыларға һәм дуҫтарға ҡарата и