Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кейекбайға килен төшкән!

Көҙ - туйҙар осоро. Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Кейекбай ауылында йәш киленгә һыу юлы күрһәткәндәр.- Ауылыбыҙҙа ҡыуаныслы ваҡиға - Нәфисә һәм Әмир Фәйзуллиндарҙың йортона килен төштө.Һыуҡайҙарға барып, һыуҙар алып,Һалҡын һыуҙар тултырып бирәйек.Килен генә булып үтер юлдыңҺуҡмаҡтарын башлап бирәйек, -тип мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Гөлбаныу" фольклор төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары һыу юлы күрһәтеү йолаһын үтәне, - тип хәбәр итәләр Кейекбай ауылы клубы төркөмөндә. Ә һеҙҙең йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы бармы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото һәм сығанаҡ: Кейекбай ауылы клубы төркөмөнән