Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын кемдәр алды?

Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотлап һәм журналистика өлкәһендәге бүләкте иң-иңдәргә тапшырып былай тине: – Был – журналистика өлкәһендәге иң төп премияларҙың береһе, уның 35 йыллыҡ бай тарихы бар. 1989 йылда барлыҡҡа килгән, ә 1996 йылдан республика статусын алған. Шуныһы, 2024 йылдн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса премия күләме 500 мең һумға хәтлем арттырылды. Әлбиттә, был уның статусы тураһында һөйләй. Азат Шамил улы әйтеүенсә, быйыл ҡәләм оҫталары бик күп ижади эштәрен тәҡдим ителгән, абруйлы комиссия шулар араһынан лайыҡлыларҙы һайлап алған. Шулай итеп, 2024 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын алыусылар түбәндәгеләр: "Республика Башкортостан" дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге "Ашҡаҙар" гәзитенең баш мөхәрр

Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотлап һәм журналистика өлкәһендәге бүләкте иң-иңдәргә тапшырып былай тине: – Был – журналистика өлкәһендәге иң төп премияларҙың береһе, уның 35 йыллыҡ бай тарихы бар. 1989 йылда барлыҡҡа килгән, ә 1996 йылдан республика статусын алған. Шуныһы, 2024 йылдн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса премия күләме 500 мең һумға хәтлем арттырылды. Әлбиттә, был уның статусы тураһында һөйләй. Азат Шамил улы әйтеүенсә, быйыл ҡәләм оҫталары бик күп ижади эштәрен тәҡдим ителгән, абруйлы комиссия шулар араһынан лайыҡлыларҙы һайлап алған. Шулай итеп, 2024 йылғы Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын алыусылар түбәндәгеләр: "Республика Башкортостан" дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге "Ашҡаҙар" гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, "Башинформ" Мәғлүмәт агентлығы" акционерҙар йәмғиәтенең махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук һәм "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең бер төркөм журналистарына (Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев һәм Айҙар Шәрипов). Әлбиттә, иң-иңдәр араһында Рәмил Мансуровты күреү бигерәк тә шатлыҡлы. Әйткәндәй, Рәмил Ғәбдрәшит улы "Башҡортостан" республика гәзитенең Стәрлетамаҡ төбәге буйынса үҙхәбәрсеһе лә. Фото: Илдар Аҡъюлов.