Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңауылда виртуаль концерт залы асылды

Яңауыл ҡалаһының Үҙәк район китапханаһында виртуаль концерт залы асылды. Учреждение, «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, виртуаль залдар булдырыу өсөн субсидиялар йәлеп итеү букйынса Рәсәй конкурсында еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында. Концерт залы икенсе ҡатта урынлашҡан. Унда 50-гә тиклем тамашасы урынлаша ала. Бинала концерт программаларын трансляциялау өсөн заманса мультимедиа, тауыш һәм видео ҡорамалдары ҡуйылған. Залдың яңы мөмкинлектәре балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә шәхси үҫешенә булышлыҡ итәсәк. “Артабан беҙ музыка, хореография һәм театр сәнғәтенең шедеврҙарын күрһәтеүҙе планлаштырабыҙ. Хәҙер быларҙың барыһы ла Яңауыл районы халҡы өсөн асыҡ. Виртуаль концерт залы – ул “техник яңылыҡ” ҡына түгел, китапханаларҙы яңы коммуникатив кимәлгә сығарыусы мөһим социаль проект”, - тип билдәләне Яңауыл Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Зөлфиә Мозафарова. Зал асылған көндә сарала Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән 6-сы класс

Яңауыл ҡалаһының Үҙәк район китапханаһында виртуаль концерт залы асылды. Учреждение, «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, виртуаль залдар булдырыу өсөн субсидиялар йәлеп итеү букйынса Рәсәй конкурсында еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында. Концерт залы икенсе ҡатта урынлашҡан. Унда 50-гә тиклем тамашасы урынлаша ала. Бинала концерт программаларын трансляциялау өсөн заманса мультимедиа, тауыш һәм видео ҡорамалдары ҡуйылған. Залдың яңы мөмкинлектәре балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә шәхси үҫешенә булышлыҡ итәсәк. “Артабан беҙ музыка, хореография һәм театр сәнғәтенең шедеврҙарын күрһәтеүҙе планлаштырабыҙ. Хәҙер быларҙың барыһы ла Яңауыл районы халҡы өсөн асыҡ. Виртуаль концерт залы – ул “техник яңылыҡ” ҡына түгел, китапханаларҙы яңы коммуникатив кимәлгә сығарыусы мөһим социаль проект”, - тип билдәләне Яңауыл Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Зөлфиә Мозафарова. Зал асылған көндә сарала Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән 6-сы класс уҡыусыһы Аделия Бутусова һәм И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Даян Зиязов сығыш яһаған. Был көндә ҙур экранда Мәскәүҙәге “Современник” театры актерҙары башҡарыуында А.С. Грибоедовтың “Горе от ума” пьесаһының трансляцияһы күрһәтелгән. "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект "Культура") үҙәгендә бөтә ил буйынса мәҙәни байлыҡтар һәм мәҙәни ҡиммәттәр булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу тора. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Яңауыл ҡалаһының Үҙәк район китапханаһы.