Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һәм иртәгә Башҡортостанда уңайлы көҙгө һауа торошо торасаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 2, -7 градус, урыны менән -13, көндөҙ 6, 11 градусҡаса йылыта. Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе яртыһы сағыштырмаса йылы килә. Көндөҙ температура 3, 9 градусҡаса йылы була, кистәрен 2, 0 градус йылы көтөлә. Ямғырлы көндәр 22 октябрҙән башлана, ҡайһы бер көндәрҙә ул ҡар ҡатыш яуасаҡ. Ноябрҙең тәүге аҙнаһы ла плюслы температура менән ғәжәпләндерәсәк. Көндөҙ һәм төндә +1 градус көтөлә. 2 һәм 4 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Тәүге ҡар, ғәҙәттә, 7-10 ноябрҙә ята ине. Ләкин һуңғы йылдарҙа миҙгелдәрҙең һуңлауы, бер нисә аҙнаға күсеүе күҙәтелә. Шулай булғас, айҙың тәүге декадаһы ҡарһыҙ буласаҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.
Октябрҙә һәм ноябрь башында ниндәй һауа торошо көтөлә?
15 октября 202415 окт 2024
~1 мин