Өфөлә граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү буйынса берҙәм тәҙрә принцибы буйынса “Төньяҡ Амурҙары” пункты эшләй башланы. Бынан ары Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгәндәр өсөн белешмәләр йыйыу һәм медосмотр үтеү өсөн төрлө адрестар буйлап йөрөү кәрәкмәй. Хәҙер бөтәһен дә бер урында һәм бер тәүлек эсендә эшләргә була. Пунктты “Черемушки” һауыҡтырыу шифаханаһы (Өфө, Элеватор урамы, 15) нигеҙендә асҡандар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән яҡта, Мелькомбинат районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостан кешеләре лә, башҡа төбәктән килгәндәр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың ҡайҙа теркәлеүе мөһим түгел, 18-ҙән 65 йәшкә тиклем булыуҙары кәрәк. Үҙең менән паспорт, хәрби билет, ғаилә хәле тураһында документтар, белем тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат вәкилдәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттар тиҙ арала медкомиссия үтә, анализдар тапшыра, документтарын тәртипкә килтерә, кәрәк булһа “Мир” банк картаһын ала (унда х
Хәҙер контрактты бер тәүлектә, бер урында төҙөргә була
14 октября 202414 окт 2024
1 мин