Сессия барышында яңыртылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, 2030 йылға тиклем экспортты үҫтереүҙең стратегик ҡарашы, Рәсәй Федерацияһы дәүләт советының экспорт буйынса профилле комиссияһы эшмәкәрлеге тикшерелде, иң яҡшы төбәк тәжрибәләре ҡаралды, шулай уҡ федераль кимәлдә экспорт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләнде. Федераль спикерҙар ҡатнашлығындағы дискуссияла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡатнашты. Андрей Назаров, Башҡортостанда республиканың тышҡы иҡтисади мәнфәғәттәрен алға этәреү өсөн һөҙөмтәле система булдырылды, тип билдәләне. Төбәк экспорт стандарты инструменттары уңышлы индерелә. 2024 йылдың ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше – 12,5 процентҡа, ә экспорт 13,7 процентҡа артҡан. – Илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарын иҫәпкә алып, “Экспортҡа табан Алға!” программаһын әҙерләнек. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм үҙен яҡшы күрһәткән инструменттарҙы ла, яңы
Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында
14 октября 202414 окт 2024
2 мин