Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң трамвай инфраструктураһын яңыртыу проектын тәҡдим итте. Был хаҡта 14 октябрҙә төбәк етәксеһе үткәргән «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә һүҙ барҙы. Күләмле проектты тормошҡа ашырыу ҡаланың көньяҡ өлөшөндә 8,1 саҡрымдан ашыу юлды яңыртыуҙан башлана. Ремонт эштәре 2025 йылда башланырға тейеш. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына Мәскәүҙән 69 трамвай бушлай тапшырыласаҡ. Тәүге өс составты Өфөгә килтергәндәр ҙә инде. Ә 2024 йылдың ноябрь аҙағына тиклем паркты тағы 19 вагон тулыландырасаҡ. – Трамвай – уңайлы экологик йәмәғәт транспорты төрө, әммә ул Өфөлә оҙаҡ ваҡыт баһаланмай килде. Шуға күрә трамвайҙарҙың сифатына ла, юлдарҙың торошона ла һорауҙар бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Киләһе йылда уҡ ремонт башлар өсөн проектлауға тотонабыҙ. Мәсьәләне ҡала ҡаҙнаһы иҫәбенә хәл итә башлайбыҙ, республика ла ярҙам итәсәк. Был эште 2027 йылда тамамларға планлаштырабыҙ. Өфөлә трамвай юлдары менән булған хәлгә түҙерлек әмәл ҡалманы. Улар автомобилселәргә л
Трамвай юлдары менән булған хәлгә түҙерлек әмәл ҡалманы
14 октября 202414 окт 2024
1 мин