Ҙур йорт һалып, Сурай ауылында төпләнгән, 2003 йылдан фермерлыҡ менән шөғөлләнгән уңған ғаиләләрҙең береһе ул Әлфинә менән Ирек Иркәбаевтар. Улар - ысын мәғәнәһендә ауылдаштарының таянысы. Ауылда мәшәҡәттәр етерлек. Әленән-әле ҙур техникаға ла мохтажлыҡ сығып тора. Шул ваҡытта Ирек Рәшит улы уларға ярҙамға килә. Бәләкәйҙән ауыл эшен күреп үҫә, колхозда хеҙмәт тәжрибәһе туплай ул. Колхоздар тарҡалғас, бер аҙ Себер тарафтарында ла эшләп ҡайта. Ситтә йөрөп, ауылдан да яҡшыһы юҡ икән, тигән фекергә килдем, ти. –Атайым ғүмер буйы колхозда ветеринар табип, зоотехник, ферма мөдире булып эшләне. Бала саҡтан уның менән ат кырандасына ултырып фермалар буйлап сығып китә торғайныҡ. Ауыл хужалығында эш рәтен бәләкәйҙән күреп үҫкәнгә, малсылыҡҡа тотонғанмындыр ҙа. Атайымдың шул ваҡытта әйткән кәңәштәрен әле лә ҡулланам, – ти Ирек Иркәбаев. Фермерҙың бөгөнгө көндә 167 гектарҙа һөрөнтө ере, 80 гектар бесәнлеге бар. Баҫыуҙарҙа иген, арпа, һоло үҫтерә, уның уңышы мал ашатыуға китә. 30 баш һауын һыйырҙ