▶️ "Маҡсатыбыҙ – башҡорт клуб музыкаһын донъя кимәленә сығарыу". "Сәләм, Башҡортостан!" , "Яратам, Башкортостан!", "Дан, Башҡортостан!" һәм башҡа хиттары менән тыңлаусы-тамашасы араһында киң билдәлелек алған "Дарман" проектына 15 йыл. Юбилейҙарын проектҡа нигеҙ һалыусы ди-джей Хан – Булат Сарбаев һәм тамашалар оҫтаһы-МС Бурзой 3 аудиоальбом, егерменән ашыу ремикс-хиттар, үҙенсәлекле "Тәм-том" балалар проектын асыу һәм профессиональ артистар сафына баҫыу менән ҡаршылай. Әлбиттә, "Дарман"дарҙың эшмәкәрлеге – рухлы, патриотик йырҙар сығарыу һәм башҡорт көй-моңдарының миллилегенә тағы ла сағыулыҡ, үҙенсәлек өҫтәү. "Беҙҙең һәр сығыш – сағыу тамаша булырға тейеш. Техник яҡтан юғары сифатлы; дәртле, кәйефте күтәрерҙәй, көс өҫтәрҙәй, рух уятырҙай йырҙар ижад итеү генә түгел, башҡорт клуб музыкаһын донъя кимәленә сығарыу – ошо беҙҙең маҡсат" , — ти егеттәр. Ди-джей Хан һәм МС Бурзой сығарған йырҙар ысын хитҡа әйләнеп, интернет-майҙандарҙа меңәрләгән "ҡарауҙар" теркәй. "Дарман"дың йырҙарын күптә
Өфө уттары - 15.10.2024 Башҡорт клуб музыкаһын - донъя кимәленә!
15 октября 202415 окт 2024
1 мин