Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Өфө урамдары буйлап юлбарыҫ һәм пантера (бәлки бесәйҙер) костюмы кейгән ике егеттең дүрт аяҡлап йөрөүе төшөрөлгән видео таралды. Руслан менән Эмиль исемле был егеттәрҙең ҡылығы күптәрҙә аптырау, аңламау, хатта асыу тыуҙырҙы. Ә егеттәр үҙҙәре быны норма, йәғни аптырарлыҡ бер нимә лә юҡ, тип һанай. Ә бит улар холоҡ-фиғеле нығынмаған үҫмерҙәр түгел, береһенә – 24, икенсеһенә – 29 йәш. Квадробика – ул сит илдәрҙә спорттың рәсми булмаған төрө булараҡ барлыҡҡа килгән күренеш. 2008 йылда Япония спортсыһы Кеничи Ито 100 метрлыҡ араны 18,58 секунда дүрт аяҡлап йүгереп үтеп, рекорд ҡуя. Артабан ул ошо уҡ дистанцияны 15,71 секунда йүгереп, Гиннесстың рекордтар китабына инә. Артабан квадробика АҠШ-та, Европа илдәрендә тарала башлай. Үкенескә ҡаршы, был күренеш Рәсәйҙә лә тамыр йәйә. Башлыса үҫмер йәштәге балалар бесәй, эт йәки башҡа йәнлек булып ҡылана, улар кеүек дүрт аяҡлап йөрөй, улар кеүек ашай, ҡылана, уйнай... Шуныһы ғәжәп тә, хәүефле лә: был хәрәкәтте хуплаған ата-әсәләр ҙә бар. Улар хатта квадробер балаларын муйынса, сылбыр менән урамда йөрөтөргә алып сыға. Психологтар квадроберҙар хәрәкәтен балаларға иғтибар етмәүе, уларҙың тормошта нимә менәндер айырылып торорға, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә теләүе менән аңлата һәм бының нығынып етмәгән бала психикаһы өсөн хәүефле булыуын иҫкәртә. Бөгөн был күренешкә Рәсәйҙең йәмәғәт әүҙемселәре, депутаттар ҙа иғтибар бирә башланы. Мәҫәлән, билдәле блогер, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев үҙенең кире ҡарашын асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Әлеге ваҡытта Рәсәй Дәүләт Думаһында квадробикаға ҡағылышлы закон проекты әҙерләнә. Депутаттарҙың күпселеге был күренеште тиҙ арала законлы рәүештә тыйырға кәрәк, тигән фекерҙә. Быны ил халҡының күпселек өлөшө хуплай, сөнки барыбыҙ ҙа беләбеҙ: ахмаҡтарҙың өлгөһө зарарлы, тиҙ таралыусан. Әле бына һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән видео геройҙары Руслан менән Эмиль дә был күренеш менән кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуы, Өфөлә генә 15-20 кеше тупланыуы тураһында хәбәр итә. Шулай булғас, уйланырға урын бар. Фото: видеонан скриншот. Видео: https://vk.com/video/@svodka_38 (Сводка 38)