Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иғтибар: юлдар ябыла

Өфөлә “Рәсәй – спорт иле” форумы үткәрелгән ваҡытта юлдар ябыла. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр. 21 октябргә тиклем Муса Гәрәев урамында транспорт хәрәкәте сикләнә. 16 октябрҙең 00.00 сғәтенән 20 октябрҙең 00.00 сәғәтенә тиклем Архитектор Рехмуков урамында транспорт хәрәкәте туҡтатыла. 16, 17, 18 һәм 19 октябрҙә 00.00-дән 22.00 сәғәткә тиклем Рудольф Нуриев урамы ( Муса Гәрәев урамынан Архитектор Рехмуков урамына тиклем) ябыла. 18 октябрҙә 00.00-дән 00.00 сғәткә тиклем “Өфө-Арена”ның уң яғындағы һыҙаттар буйлап – Ленин урамының йоп һанлы яғы буйлап (Иван Якутов урамынан Ҡыҙыл Дон урамына тиклем), Ҡыҙыл Дон урамының йоп һанлы яғы буйлап (Ленин урамынан Цюрупа урамына тиклем), Цюрупа урамының таҡ һанлы яғы буйлап (Ҡыҙыл Дон урамынан Полина Осипенко урамына тиклем) транспорт хәрәкәте сикләнә. 18 октябрҙә 10.00-дан 14.00 сәғәткә тиклем Ауыл Богородицаһы буйлап 57-се бинанан ишкәкле слалом ҡоролмаларына тиклем хәрәкәт туҡтала. 18 октябҙең 23 сәғәтенән алып 19 октябрҙең 00.00 сәғәтенә тиклем Октябрь проспектындағы 56-сы йортҡа тиклем, 19 октябрҙә Октябрь проспектындағы 79-сы йорт эргәһендә юл хәрәкәте сикләнә. 19 октябҙә 7 – 15 сәғәттә Галле ҡалаһы урамынан СССР-ҙың 50 йыллығына тиклем Октябрь проспекты ябыла. Ошо уҡ көндә 9 – 15 сәғәттә Октябрь проспекты буйлап (СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Төньяҡ юл йөрөшө), Октябрь проспекты буйлап (Көньяҡтан Төньяҡ юл йөрөшөнә тиклем), Көньяҡ юл йөрөшөндә (Октябрь проспектынан Яңы Тау урамына тиклем), Яңы Тау урамында (Көньяҡтан Төньяҡ юл үтешенә тиклем), Төньяҡ юл үтеше (Октябрь проспектынан Рәсәй урамына тиклем) юл хәрәкәте сикләнә. Ҡала автобустары ябыҡ участкаларҙы урап үтәсәк, 13 һәм 22 һанлы троллейбустар йөрөмәйәсәк. Ябылған урындарҙағы ихаталарҙан сығыуҙың да ябылыуы ихтимал. Сығанаҡ, инфографика: Өфө ҡала хакимиәте.