Ошо көндәрҙә Ишембай районында ике ирҙең ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы булғайны. “Лада Приора” машинаһы рулендә 36 йәшлек Ишембай кешеһе Михаил ултырған. Ул һәм уның 34 йәшлек пассажиры авария урынында йән биргән. Водитель машинаһына идараны юғалтҡан һәм сикләгескә бәрелгәс, соҡорға ҡолаған. Михаилдың таныштары әйтеүенсә, ул төндә Ишембайҙан “Нефтяник” совхозына китеп барған. Тик иғтибарһыҙлығы фажиғәгә килтергән. Уның дуҫтары әйтеүенсә, авария урынында тормоз юлы ҡалмаған һәм социаль селтәрҙә ҡайһы берәүҙәр, тимәк, водитель иҫерек булғандыр тип фаразлаған. Ләкин күптәр был фекер менән риза түгел. Билдәле булыуынса, “Нефтяник” совхозына юл яҡтыртылмаған, соҡорҙары күп. Урындағылар әйтеүенсә, был юл – хәүефле. – Унда көндөҙ йөрөүе лә ҡурҡыныс әле, ә төндә бигерәк тә, айырыуса юлды белмәгәндәр өсөн, – тип яҙған урындағы кеше. Михаилдың таныштары әйтеүенсә, ул ҡайһы берҙә шәп йөрөргә яратҡан, ләкин иҫерек килеш руль артына ултырыуына ышанмайҙар. Ир Себерҙә вахта ысулы менән