“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейында “Кванториум” балалар технопаркы асылды. Был – республикала төҙөлгән алтынсы ошондай учреждение, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф һәм фән министрлығынан. – Хәҙер уҡыусылар һанлы лабораторияларҙы файҙаланып, аддитив һәм лазер технологияларын, биология, химия, физика, физиологияны өйрәнә, робот техникаһы, геоинформатика, пилотһыҙ авиация системалары менән шөғөлләнә ала, - тип билдәләне министрлыҡ белгестәре. Технопарктар селтәрен булдырыу Башҡортостанда балаларҙы өҫтәмә белем биреү менән тәьмин итеү күрһәткесен 80 процентҡа тиклем арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Йыл һайын “Кванториум”дарҙа тәбиғи-фәнни һәм техник программалар буйынса дәрестәргә – 800-ҙән ашыу баланы, ә балалар технопарктарының асыҡ сараларына дүрт меңдән ашыу уҡыусыны йәлеп итеү күҙаллана. “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) Рәсәйҙең бөтә балаларының һәм үҫмерҙәренең потенциалын максималь асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгә