2024 йылдың 23 сентябренән 25-енә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһының муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында физик әҙерлеккә арналған ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте фестивале уҙҙы. Ул "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Ҡариҙел районының муниципаль хеҙмәткәрҙәр командаһы был матур сарала әүҙем ҡатнашты, спорт әҙерлегенең юғары кимәлен һәм команда рухын күрһәтте. Команданың һәр ҡатнашыусыһы, йәшенә ҡарап, билдәләнгән норматив талаптарҙы үтәне, ул өс ауырлыҡ кимәленә: ГТО-ның алтын, көмөш һәм бронза билдәләренә тап килде. Бәйгеселәр ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, арҡала ятып кәүҙәне күтәреү, электрон ҡоралдан атыу, гимнастика эскәмйәһендә алға ауышыу, гер ырғытыу, күтәрелеү, ике һәм өс километрға йүгереү кеүек төрлө һынауҙарҙы үтте. Ярыштарҙың бындай форматы хеҙмәткәрҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, был уларҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм физик камиллашыуға ынтылышын раҫланы. Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, әлеге фестиваль спорт ваҡиғаһы ғына түгел, ә физик әүҙемлекте һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы ысын байрамға ла әүерелде. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.