– Республика автомобиль юлдары буйлап ауыр йөклө транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү – мәжбүри сара. Улар юлдарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм артабан емерелеүгә юл ҡуймау өсөн ҡабул ителә. Быйыл сикләү 1 апрелдән 30-на тиклем юл япмаһы артыҡ дымланыу осоронда, ә йәйгеһен 1 июндән 31 авгусҡа тиклем көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда индерелде, сөнки ныҡ йылытҡанда асфальт-бетон япмаһы ауыр йөк аҫтында тиҙ таушала, – тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров. Бик кәрәккәндә, рөхсәт ителгән массанан артыҡ йөгө булған транспорт хужалары республика автомобиль юлдары буйлап махсус рөхсәт буйынса ғына үтә ала. Был хеҙмәт «берҙәм тәҙрә» режимында «Росдормониторинг» федераль ҡаҙна учреждениеһы тарафынан күрһәтелә. Махсус рөхсәт алыуға ғариза рәсми сайтта ташыусының шәхси кабинеты аша тапшырыла. Юлға килтерелгән зыянды ҡаплауҙан килгән аҡса Юл фондына йүнәлтелә. – Автомобиль юлдарында ваҡытлыса сикләүҙәрҙе үтәүҙе контролдә тотоу өсөн күсмә ауырлыҡ контроле пункттары һәм 10 автоматик а
Транспорт министрлығына 2025 йылға ваҡытлыса сикләү мәлен билдәләргә ҡушылды
1 октября 20241 окт 2024
1
1 мин