Географик мәғлүмәттәр системаһы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмөнә Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Полянская етәкселек итә. – Географик мәғлүмәттәр милли системаһы ер биләмәләрен фотоға төшөрөүҙе, ортофотопландарҙы, кәрәкле инфраструктураны, коммуникацияларҙы, ер участкаларын, бина һәм ҡоролмаларҙы, шулай уҡ хоҡуҡи режимдарҙы үҙ эсенә ала, – тип билдәләй Наталья Полянская. – Контроль-иҫәп палатаһы ер участкаларын эҙләү, биреү һәм теркәү ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡарта һәм ябайлаштыра, шулай уҡ “берҙәм тәҙрә” механизмы аша күсемһеҙ милек объекттары һәм булған бөтә сикләүҙәр тураһында йыйылма мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостан Республикаһы географик мәғлүмәттәрҙе интеграциялау буйынса алда бара, был граждандар һәм юридик шәхестәр өсөн мәғлүмәт эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырҙы. Алға китеш күҙәтелә: муниципаль берәмектәрҙең 99,6 проценты, тораҡ пункттарҙың 84,9 проценты, махсус һаҡланған тәбиғәт
Башҡортостан – географик мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу буйынса алдынғы төбәк
1 октября 20241 окт 2024
1 мин