1 октябрҙә, Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә, Октябрьскийҙың Боҙ һарайында «көмөш» йәштәгеләр өсөн һауыҡтырыу байрамы - конькиҙа бушлай шыуыу сараһы үтте. Унда 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө менән сарала ҡатнашыусыларҙы Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский һәм боҙ һарайы директоры Марат Фәттәхов ҡотланы. - Бөгөн бында бик күп кешенең килеүе ҡыуаныслы. Дөйөм алғанда, был майҙансыҡ халыҡта, шул иҫәптән «көмөш» йәштәгеләрҙә, шулай уҡ йәштәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, – тине Алексей Пальчинский. - Беҙ Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм «Башнефть» компанияһы етәкселегенә төбәктә күмәк спортты үҫтереүгә һәм ошондай иҫ киткес боҙ һарайын булдырыуға иғтибар иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Был - Октябрьскийҙың ысын ынйыһы. Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә боҙ һарайында республика спортсыларының күрһәтмә сығыштары үтте. Артабан тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә «көмөш» йәштәгеләр өсөн бушлай дәрестәр ойошторолдо. - Боҙ һарайына өлкән б