Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Яратҡан йырсы, композитор арабыҙҙан китте

Рәсәйҙең халыҡ артисы Вячеслав Добрынин вафат булған. Уға 78 йәш ине.

Хәбәр итеүҙәренсә, ул Мәскәү клиникаларының береһендә вафат булған. Сәбәбе - инсульт. Һуңғы йылдарҙа Вячеслав Добрынин йырламаны, уның хәле ауыр булған. Добрынин – «Бабушки-старушки», «Казино», «Колдовское озеро», «Посидим, помолчим, погрустим», «Большая Медведица», «Живи, родник», "Не сыпь мне соль на рану", «На теплоходе музыка играет», «Не забыть этот день», «Прощай, со всех вокзалов поезда...», «Рыжий конь», «Я вас люблю», «Всё, что в жизни есть у меня», «Ты мне не снишься» кебек популяр кеүек популяр йырҙар авторы. Уның барлығы меңдән артыҡ йыры бар.