Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алған буласаҡ архитекторҙар һәм төҙөүселәр бер нисә монументаль һынлы сәнғәт (мурал) концепцияһын әҙерләгән. Киләсәктә ул Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан өсөнсө уҡыу корпусының стенаһын биҙәйәсәк. Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, йәштәр эшләгән стрит-арт объекттар студент тормошо, университет, архитектура һәм экология темалары менән бәйле. Улар – барлығы дүртәү. Бынан тыш, йәштәр шул уҡ стилдәге брендлы продукция өсөн идеялар тәҡдим итте. Эш «Өҫтөнлөк-2030» үҫеш программаһының «Яңы йәшәү мөхите» стратегик проекты сиктәрендә, «Фән һәм университеттар» милли проекты (национальный проект «Наука и университеты») маҡсаттарына ярашлы алып барыла. Студент ҡаласығында элек тә төрлө майҙандарға тәғәйен һүрәттәр төшөрөлдө. Әйтәйек, 2021 йылда биналар араһындағы ҡоймала Советтар Союзы Геройы, нефть институтының хеҙмәтте һаҡлау бүлеге мөдире Матвей Савельевич Пинскийҙың портреты барлыҡҡа килде. – Стрит-арт ҡала обр
