28 сентябрҙә Ишембайҙың Спорт һарайында СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллин приздарына көрәш буйынса республика турниры үтте. Турнирҙы "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар. Ирекле көрәш буйынса спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллиндың исеме республиканың спорт ҡаҙаныштары тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Был юғары исемде ул Башҡортостанда беренселәрҙән булып яуланы. Күп һанлы уҡыусылар, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре уны хаҡлы рәүештә спорт легендаһы тип йөрөтә. Көрәш байрамында шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар ҙа булды, улар араһында – Ишембай ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Салауат Солтанморатов, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев, грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Николай Кондратьев һәм башҡалар. Турнирҙа ете команда ҡатнашты – Өфө ҡалаһы (ике команда), Ишембай (өс команда), Мәләүез һәм Миәкә районы. Команд