Баймаҡ районының Әмин ауылында йәшәгән Ҡәмәриә Йосопова, 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ йортонда йәштәрсә донъя көтә. Тәҙрә төптәре шау гөлдәргә күмелһә, баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәй генә төрҙәре юҡ! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә төҫ ташламаған был мөләйем инәйгә ҡарап, һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең. Икмәген дә үҙе һала, ҡуҙ самауырын да ҡайната. Зиһене шәп, йөҙө көләс, ә үҙе – торғаны менән шуҡ һәм мут инәй. Рәхәтләндереп көлдөрөп тә ала, моңландырып йыр ҙа һуҙа, шаян таҡмаҡтарын да әйтә. Алты бала тәрбиәләгән инәй бөгөн уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәй. Әлбиттә, тормошонда ауыр, ҡатмарлы ваҡыттар ҙа булмаған түгелдер, әммә бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, бәхетле ҡартлығын кисергән инәй ул йылдарҙы хәтерләмәҫкә тырыша. Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән Ҡәмәриә инәй ишле ғаиләлә бишенсе ҡыҙ бала була. Атаһы һуғышҡа тиклем һәм һуғыш осоронда алыҫтан кәрәсин ташый, уны һәр саҡ Һаҡмар йылғаһы аша кисеп, халыҡҡа таратыр өсөн алып ҡайтыр була. Көҙгө боҙло һы