Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн “Медиала финанс мәҙәниәт” темаһы буйынса семинар булды. Уны Финанс министрлығы ойошторҙо. Семинарға билдәле журналист, “Ғаилә финансы – ябай ғына” китабы авторы Инна Филатова спикер итеп саҡырылғайны. Сараны БР финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская асып, финанс белем һәм республика халҡында финансҡа айыҡ ҡараш формалаштырыу ведомство эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Министр вазифаһын башҡарыусы билдәләүенсә, был өлкәлә халыҡҡа мәғлүмәт еткереүҙә киң мәғлүмәт саралары мөһим урын биләй. IT-технологиялар ҡулланып мутлашыу мәсьәләһенә семинарҙың айырым өлөшө бағышланды. Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары-матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы начальнигы Диана Сәфәрғәлиева һөйләүенсә, 2024 йылдың һигеҙ айы йомғаҡтары буйынса республикала мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын файҙаланып 9 меңдән а
“Медиала финанс мәҙәниәт” темаһы буйынса семинар булды
30 сентября 202430 сен 2024
2 мин