Каратэ – ул кешене физик кенә түгел, рухи йәһәттән дә нығытыуға булышлыҡ иткән спорт төрҙәренең береһе. Ул башта Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән һәм артабан Окинава утрауҙарында, Японияла таралған. Рәсәйҙә каратэ менән 1964 йылда Токиола үткәрелгән Олимпия уйындарынан һуң шөғөлләнә башлағандар. Үткән быуаттың 70-се йылдарында иһә был спорт төрө менән Башҡортостанда ла ҡыҙыҡһына башлайҙар. Остаздың рухы – уҡыусыларында Өфө авиация институты уҡытыусыһы, техник фәндәр кандидаты Павел Петров республикала каратэға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. 1988 йылда республикала Каратэ шотокан федерацияһы барлыҡҡа килгән. Ошо көндәрҙән алып уға Рөстәм Мәғсүмов етәкселек итә. Ул бер атҡаҙанған спорт мастерын, 15-тән күберәк спорт мастерын, 55-тән ашыу спорт мастерлығына кандидатты һәм биш меңдән ашыу разрядҡа эйә булған спортсыларҙы әҙерләгән. Ярты быуат эсендә Башҡортостанда 30 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет каратэ серҙәрен өйрәнгән, бихисап ярыштарҙа чепиондар, призлы црындар яулағандар әҙерләнгән. Күптән түгел Өфөл