"Өфө-арена" боҙ һарайы майҙансығында Башҡортостандан мобилизацияланған һалдаттарҙы, хеҙмәт-хәрби бурыстарын үтәү урынына, оҙатыу булды. Унда рәсми кешеләр, һалдаттарҙың яҡындары һәм туғандары ҡатнашты. Башта Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың флагтары күреү, хәрби көйҙө тыңлау ғорурлыҡ тойғоһо уята. Республикабыҙҙың хәрби комиссариатының мобилизацияланғандарҙы планға индереү, әҙерлеккә ҡуйыу һәм иҫәп алыу бүлеге начальнигы, подполковник Александр Кушаков, яҡташтарыбыҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотлап, былай тине: – Һеҙҙең менән ғаиләләрегеҙ, туғандарығыҙ, бөтә республикабыҙ һәм тотош илебеҙ ғорурлана. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдарығыҙҙы файҙалы һәм матур итеп уҙғарғанығыҙға тулыһынса ышанам. Һәм ҡатмарлы хәрби бурысты үтәргә юлланаһығыҙ. Һәммәгеҙ ҙә Ватаныбыҙҙы ҡыйыу һаҡлайһығыҙ, барығыҙ ҙа ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек тәңгәлендә беҙгә өлгө булып тораһығыҙ. Александр Николаевич билдәләүенсә, яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә уларҙың һә