Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында йыл һайын үткәрелеүсе "Милләттәр кросы" үтте, ул "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы уҙҙы. Күмәк йүгереүҙә муниципаль ойошмалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, шулай уҡ ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 600, 1000 һәм 2000 метр араға йүгереү ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең маршруттарын лайыҡлы үтте, ә иң етеҙҙәре миҙалдар һәм грамоталарға лайыҡ булды. Команда зачётында урындар түбәндәгесә билдәләнде: Ауыл советтары: беренсе урын -Ишәй ауыл советы, икенсе урында -Маҡар ауыл советы, өсөнсө урында - Петровск ауыл советы. Уҡыу йорттары: беренсе урын – Ишембай нефть колледжы, икенсе урын – А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы, өсөнсө урында - Ишембай һөнәрселек колледжы. Предприятиелар һәм учреждениелар: беренсе урында – райондың Мәҙәниәт учреждениелары, икен